Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Ғинуар 2019, 06:15

Үҙәк банк Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына тәңкәләр сығара

Рәсәй Үҙәк банкы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына 3 һәм 50 һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәләр сығара.


Тәүге көмөш тәңкәлә милли батыр Салауат Юлаев һәйкәле һәм республиканың тарихи-мәҙәни үҙенсәлеге төшөрөлгән. Аҡсала Дуҫлыҡ монументын һәм нефть вышкаһын да күрергә мөмкин. Өс һумлыҡ тәңкәнең тиражы өс мең дана тәшкил итә.


50 һумлыҡ алтын тәңкәлә Өфөләге Конгресс-холл һәм Башҡортостандың дәүләт гербы һүрәтләнгән. Арттараҡ – башҡорт орнаменты. Был аҡса 1000 дана менән сығарыла.


Ҡағиҙә булараҡ, Үҙәк банк иҫтәлекле тәңкәләрҙе коммерция банктарының махсус бүлектәре аша һата. Сығарыу 2019 йылдың 1 февраленә билдәләнгән.

Читайте нас