Бер йыл элек табиптар Нурия Абдуллинаға киҫкен миелобласт лейкозы тигән диагноз ҡуйған. Ул 10 химия терапияһы курсын үткән дә инде. Ыңғай динамика күҙәтелә, тулыһынса һауығыу мөмкинлеге лә бар. Нурияға Төркиәләге алдынғы клиникаларҙың береһендә електе күсереү операцияһын эшләтеү өсөн $110 000 — яҡынса 7,3 миллион һум кәрәк. Ғаиләнең быға көсө етмәй. Бер нисә көн элек журналист үҙе, уның туғандары һәм яҡындары халыҡҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
«Бөгөнгәсә халыҡҡа үҙемдең сирем хаҡында белдерергә теләмәнем. Ҡайғы-хәсрәттәремде бер кемгә лә әйтмәйенсә, тешемде ҡыҫып еңергә өйрәнгәнмен, — тип яҙҙы Нурия Абдуллина. — Яҡындарым минең хәлемде белә ине. Артист дуҫтарым ярҙамында хәйриә концерттары ойошторҙоҡ. Береһенә барып, ике номер менән сығыш яһап ҡайттым. Ләкин икенсеһенә бара алманым, гастролдәр менән йөрөй алмаҫымды аңланым. Өҫтәүенә хәҙер миңә халыҡ күп йөрөгән урындарға сыҡмаҫҡа, аралашыуҙы сикләргә кәрәк. Үҙем аралашыусан кешемен, туғандарымды һәм кешеләрҙе яратам, уларҙы көн һайын күрәһем килә, һағынам, йәшәйһем килә... Һәр берегеҙҙән миңә ошондай мөмкинлек бүләк итеүегеҙҙе үтенәм...».