Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Января 2019, 06:29

Башҡортостанда 26 майҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүе уҙғарыла

2019 йылда республикала, Башҡортостан Башлығын һайлауҙан тыш, 7336 депутат мандатын биләү буйынса 800-ҙән ашыу һайлау кампанияһы көтөлә. Ауыл һәм ҡала биләмәләре советтары составы 100% тиерлек алмаштырыла.


10 меңдән аҙыраҡ һайлаусы йәшәгән муниципаль берәмектәрҙә алдан тауыш биреүҙе икенсе, өсөнсө йәки дүртенсе моделдәр буйынса үткәрергә мөмкин. Бынан алдағы һайлау кампанияларын иҫәпкә алып, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк советы алдан тауыш биреүҙе йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында өсөнсө модель буйынса уҙғарырға тәҡдим итте.



«Процедура туранан-тура һайлаусыларҙың кандидаттар менән осрашыуына ҡайтып ҡала, унда улар үҙҙәренең программаларын тәҡдим итә, һорауҙарға яуап бирә. Һайлаусылар осрашыу аҙағында тауыш бирә. Кандидаттарыбыҙ урындарҙа абруй менән файҙаланған лайыҡлы, хөрмәтле кешеләр булырға тейеш», — тип билдәләне Константин Толкачев.
Читайте нас