Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Ғинуар 2019, 09:32

2019 йылдың февралендә Өфөлә ниндәй һауа торошо көтөлә

Рәсәй гидрометеорология үҙәге синоптиктары фаразына ярашлы, быйыл Башҡортостанда февраль ғәҙәттәгегә ҡарағанда йылыраҡ була. Ҡыштың һуңғы айында һауа температураһы нормаһы -13,7 градус тәшкил итә. Шуға күрә һауа торошоноң йылыраҡ булыуын көтөргә кәрәк.
Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, февралдә Өфөлә термометр бағанаһы -3, -16 градус күрһәтә. Айҙың тәүге көндәрендә -22 градус һыуыҡ булыуы ихтимал.
1 мартҡа табан һауа температураһы күтәрелә башлай. Ләкин, белгестәр кәңәше буйынса, шатланырға ашығырға ярамай. Ҡыш, ҡағиҙә булараҡ, шунда уҡ сигенмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1264122-kakaya-pogoda-ozhidaetsya-v-ufe-v-fevrale-2019-goda/
Читайте нас