Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән эш урындары араһында — уҡытыусы, администратор, инженер, менеджер, водитель, кондуктор, кондитер, контролер, төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры, шәфҡәт туташы, һатыусы, автомобилдәр ремонтлаусы-слесарь, мебель йыйыусы, тракторсы, токарь, штукатур, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр.
Йәрминкәгә килеүселәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге бөтә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар ҡаралған.
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.