Синоптиктар Өфөлә яңы йыл төнөнә яҡынса фараз баҫтырып сығарҙы. «Гисметео» порталы мәғлүмәтенә ярашлы, Башҡортостандың баш ҡалаһында 2018 йылдың 31 декабренән 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарай төндә 26 градусҡаса һыуыта.
Уҙып барған йылдың һуңғы көнөндә термометр бағанаһы -20 градусҡа тиклем төшә, куранттар һуҡҡас, тағы ла түбәнәйә: -26 градус.
Синоптиктар 2019 йылдың тәүге көндәрендә һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүен билдәләй. Көндәрҙең ҡапыл -3 градусҡаса йылытыуы көтөлә. 2 ғинуарҙан яуым-төшөм фаразлана.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.