1 ғинуарҙан эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы, шул иҫәптән билдәләнгән түләү 7,05% индексациялана.
Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аныҡлыҡ индереүҙәренсә, өҫтәмәнең күләме индивидуаль һәм пенсияның күләменә бәйле. Республика пенсионерҙарына арттырылған түләүҙәрҙе почта элемтәһе ойошмалары яңы йылдың 3 ғинуарынан уҡ тарата башлай.
Эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау тәртибе үҙгәрмәй. Пенсия эштән киткән осраҡта ғына бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып түләнә башлай.
1 апрелдән эшләгән һәм эшләмәгән хаҡлы ялдағыларға дәүләт тәьминәте буйынса пенсиялар, шулай уҡ социаль пенсиялар 2,4% индексациялана. Был Башҡортостандың 98,6 мең пенсионерына ҡағыла. Бер үк ваҡытта күләме социаль пенсияларҙың артыуына бәйле булған башҡа түләүҙәр ҙә индексациялана.
Матди тәьминәтенең дөйөм суммаһы республикалағы йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған бөтә эшләмәгән пенсионерҙар йыл дауамында пенсияға социаль өҫтәмә ала. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай 2019 йылда пенсияға социаль өҫтәмә билдәләү өсөн пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәлен 8645 һум күләмендә раҫлаған.
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.