Башҡортостандың Дыуан районы Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде. Сикләүҙәр Дауахана һәм Октябрь урамдары биләмәһендә ғәмәлдә.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Ветеринария идаралығының әйҙәүсе белгес-эксперты Рәзинә Шәрипова хәбәр итеүенсә, 6 декабрҙә төш ваҡытында бер ҡатынға ҡырағай төлкө һөжүм иткән. Шул уҡ көндө йәнлек башҡа кешеләрҙе лә тешләгән. Быны туҡтатыу өсөн төлкөнө үлтергәндәр. Ветеринарҙар үткәргән тикшереү уның ҡотороу сирле икәнен асыҡлаған. Зыян күреүселәр урындағы дауаханаға мөрәжәғәт иткән һәм тейешле дауа алған.
Карантин биләмәһендә эт, бесәй күргәҙмәләрен ойоштороу, йорт хайуандарын һатыу, ситкә сығарыу, кейек аулау тыйыла. Сикләү саралары уларҙы алыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәнсе ғәмәлдә ҡала.
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.