Үрге Һөйән мәктәбенә уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн яңы автобус ҡайтарылды. Ул 22 урынға иҫәпләнгән, заманса, иркен. Автобус тулыһынса ГОСТ-ҡа яуап бирә. Унда балаларҙы хәүефһеҙ йөрөтөү өсөн бөтә нәмә лә бар: тахографтар, ГЛОНАСС/GPS навигация йыһазы ҡуйылған, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы билдәләр менән йыһазландырылған. Үрге Һөйән мәктәбе уҡытыусылары, Сиҙәш, Бартағатамаҡ ауылдары ата-әсәләре республика, район Хөкүмәтенә, мәғариф бүлегенә Яңы йыл алдынан балаларға бүләк өсөн рәхмәтле.