Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
18 Декабрь 2018, 06:18

Асҡын районында йәшәүсе Нәжип ағай Ғелметдинов йыл да ҡар һындар эшләй


Үтәш ауылында йәшәүсе Нәжип Ғелметдинов һәр йыл ауылдаштарын шундай ҡар һындар менән шатландыра. Уға тормош иптәше Рәидә лә ҙур ярҙам күрһәтә. Әйткәндәй, был ғаиләне районыбыҙҙа күптәр белә. Нәжип ағай оҫта гармунсы ла. Ул мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнаша. Ә Рәидәнең әсәһе Рафания әбей йәшерәк сағында шиғырҙар яҙҙы. Улар район гәзите биттәрендә донъя күреп торҙо. Рафания Хәбибрахман ҡыҙы шиғырҙары менән район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә лә сығыш яһай ине.
Читайте нас