Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров вузға нисек уҡырға ингән? "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" конкурсының еңеүселәрен ҡотлау тантанаһында Радий Хәбиров үҙенең нисек итеп вузға кереүе хаҡында һөйләне.
"Мәктәпте тамамлағас вузға инәм тип киттем. Шуҡ, тиктормаҫ егет инем, мин вузға инә алманым һәм заводҡа эшкә төштөм. Хеҙмәт кенәгәмдә беренсе яҙыу – "Ишембай транспорт машиналары төҙөү заводында фрезерсы өйрәнсеге".
Мин йыш ҡына яҙмышым нисек булыр икән тип уйлайым. Бәлки, яҡшы фрезерсы булыр инем. Бәлки, яҡшы етәксе сығыр – әлегә белмәйем", – тине ул.
"Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" конкурсының маҡсаты – эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм яҡшы белгестәр йәлеп итеү. Был конкурс быйыл 6 номинация буйынса үткәрелде. Унда 800-ҙән ашыу белгес ҡатнашты.