Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Декабрь 2018, 05:42

Республикала икенсе боҙ кисеүе асылды

Башҡортостанда 10 декабрҙә автомобилдәр өсөн икенсе бер һыҙатлы боҙ кисеүе асылды. Ул Ҡариҙел ауылында Ҡариҙел йылғаһында эшләй башланы. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кисеүҙең йөк күтәреүсәнлеге ике тонна тәшкил итә, киңлеге – 50, оҙонлоғо 300 метр.
2018-2019 йылдарҙа ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында хәүефһеҙлек айлығын үткәреү барышында республика биәләмәһендә Краснокама районында тағы ике боҙ кисеүен асыу ҡаралған: Николо-Березовка ауылында Кама йылғаһында һәм Иҫке Йәнйегет ауылында Ағиҙел йылғаһында. Уларҙы декабрҙең өсөнсө-дүртенсе декадаһында асыу күҙаллана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, автомобилдәр өсөн беренсе ике һыҙатлы боҙ кисеүе 7 декабрҙә Бөрөлә асылды.
http://www.bashinform.ru/news/1249120-v-bashkirii-zarabotala-vtoraya-ledovaya-pereprava/
Читайте нас