Мөһим дәүләт байрамы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы - төп Закон Рәсәй дәүләтенең, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын юғары ҡиммәттәр сифатында раҫлауҙың ныҡлы сәйәси-хоҡуҡи нигеҙенә әйләнде. Ул Рәсәй демократияһы формалашыуында ысын мәғәнәһендә төп роль уйнай, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто тәьмин итә.
Бөгөнгө Конституция - Рәсәй дәүләтенең демократик үҫешенең ныҡлы нигеҙе. Ул изге ниәттәр декларацияһы ғына түгел, ә аныҡ эшләүсе документ. Теләгән һәр бер ил гражданы өсөн конституция - ул иң элек белергә тейешле Закон. Конституцияға ярашлы, ил һәм федерация субъекттары закондары төҙөлә, артабанғы ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, социаль һәм рухи-мәҙәни үҫеш буйынса мөһим аҙымдар билдәләнә. Ил Конституцияһының ҙур ижади потенциалы рәсәйлеләрҙең көнкүрешен эҙмә-эҙлекле яҡшыртыуға, күп милләтле тыуған илебеҙҙең берҙәмлеген, ҡеүәтен нығытыуға табан стратегик курс үткәрергә мөмкинлек бирә. Конституция Рәсәйҙең бөтә хоҡуҡ системаһының нигеҙе булып тора һәм башҡа закондарҙың мәғәнәһен һәм йөкмәткеһен билдәләй.
Асҡын 2-се мәктәбендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө уңайынан 11-се Б класында үткәрелгән йәмғиәтте өйрәнеү дәресендә Илүзә Рәлиф ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар Конституцияны һәр кем белергә тейеш, тигән фекергә килде.