Бөгөн Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Яңы йыл төнөндә ҡалалағы байрам саралары хаҡында һөйләнеләр.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Исламетдин Мәмбәтов һүҙҙәренсә, Яңы йыл төнөндә төп байрам Рус драма театры алдындағы майҙанда ойошторола. Ленин исемендәге майҙандағы концерттан һуң төнгө сәғәт 2-лә Яңы йыл фейерверкы була.
Яңы йыл байрамы алдынан мәҙәниәт учреждениелары бөтәһе 120-нән ашыу сара уҙғара. 21 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем барлыҡ мәҙәниәт учреждениеларында яңы йыл тамашалары ойошторола. 24 декабрҙә һәләтле балалар өсөн Өфө башлығы шыршыһы үткәрелә. Баш ҡаланың мәҙәниәт һәм ял парктарында ҡышҡы уйындар — атта йөрөү, саңғы ярыштары, боҙ шоуы көтә.
http://www.bashinform.ru/news/1249386-v-merii-ufy-rasskazali-o-prazdnestvakh-v-gorode-v-novogodnyuyu-noch/