Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты был сараны Мәғариф министрлығы менән берлектә ойоштора. Туған телгә арналған инша, “Һаумы, һаумы әкиәт” видеороликтар һәм плакаттар интернет-конкурсы еңеүселәре билдәләнә. Сара башҡорт телен өйрәнеү, милли мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, уҡыусыларҙың ижади һәләтен асырға шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.