«Был – ҙур мәсьәлә. Аэропортҡа илткән юлда иҫке күпергә бәйле ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Йәйгеһен төҙөкләндереү эштәре башҡарылһа ла, ике йылдан уны барыбер ябырға тура килә, сөнки ныҡ иҫкергән. Әле унан еңел автомобилдәр генә хәүефһеҙ йөрөй ала, ауыр транспорт хәрәкәте тыйылған. Республика Өфөгә ярҙам итәсәк, беҙ 3,5 миллиард һум бүлдек, шуның 2,5 миллиарды — федераль ҡаҙнанан, был хаҡта транспорт форумында һөйләшеп килешкәйнек».
«Затонда һәм Шакшала тағы ике авария хәлендәге күпер бар. Бында ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде, уларҙы проектлай башлайбыҙ», — тип яҙҙы төбәк етәксеһе.