Ниһайәт, ҡыш үҙ вазифаларын үтәй. Урамдар, урман-ҡырҙар ҡар менән ҡапланды. Был халыҡҡа Яңы йыл байрамына әҙерләнергә кәрәклеге тураһында иҫкәртә кеүек. Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында 21 ноябрҙә 28 метрлыҡ шыршы ҡуйғандар ҙа инде. Бының тураһында мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Урман ҡупшыҡайын Нуриман районынан алып килгәндәр. Шыршыны гирляндалар һәм уйынсыҡтар менән биҙәгәс, боҙ майҙансығы төҙөү башлана.
Ҡала Яңы йыл байрамына көндән-көн нығыраҡ үҙгәрә — күп кенә сауҙа предприятиелары шыршылар ҡуйған, витриналарҙы, бутиктарҙы биҙәү башланған. Кәйеф булдырыуға иллюминация ла булышлыҡ итә. Уны 25 ноябрҙә ҡабыҙыу күҙаллана.
Әйткәндәй, «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө хакимиәте Яңы йылға боҙ ҡаласыҡтары төҙөлгән урындарҙың исемлеген баҫтырып сығарҙы.