Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Ноябрь 2018, 07:50

Борай 3-сө “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының “Тамсыҡай” төркөмөндә район семинары сиктәрендә ата-әсәләр менән “Ғаилә менән уҡыйбыҙ” тип исемләнгән сара үтте

Осрашыуҙың маҡсаты ата-әсәләр иғтибарын ғаилә тәрбиәһендә китап уҡыуҙың мөһимлегенә йүнәлтеү ине. Китап уҡыу балаларҙың да, ололарҙың да аң даирәһен киңәйтә, ижади дәрт бирә, ғаилә менән белем биреү учреждениеһы араһында үҙ-ара килешеп эш итеүгә, хеҙмәттәшлеккә ярҙам итә. Сараға килгән ата-әсәләр араһында ғаилә менән китап уҡырға яратыусыларҙың байтаҡ булыуы һөйөндөрҙө. Уларҙың өйҙә үҙҙәренең китапханаһы бар.
Ата-әсәләр менән фекер алышҡандан һуң ҡунаҡҡа әкиәт геройы — Аҡыллы өкө килде. Ул балаларға китаптың ҡайҙа йәшәүе, унда кемдәр эшләүе тураһында һөйләне. Балалар моделле китапханаһының баш китапханасыһы Рима Фаил ҡыҙы китаптар фонды, уға һаҡсыл тотонорға кәрәклеге тураһында бәйән итте. Аҙаҡ ололар менән балалар “Беҙ китап уҡыусы ғаилә” конкурсында ҡатнашты. Командаларға Аҡыллы өкө китаптар бүләк итте һәм дипломдар тапшырылды.
Гүзәл Ситдиҡова,
Лилиә Хөсәйенова, тәрбиәселәр.
Читайте нас