Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Ноябрь 2018, 07:19

Балтас районында туғыҙ айҙа 129 бала тыуған, 247 кеше үлгән

129 бала тыуған, 247 кеше үлгән

Уйланырға урын бар
Район хакимиәтендә халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса киңәйтелгән кәңәшмә үтте. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айдар Хәмәтов һәм ЗАГС бүлеге начальнигы Ирина Субушева ағымдағы йылдың туғыҙ айына районда демографик хәлгә һәм һаулыҡ һаҡлау торошона анализ яһаны. Ошо ваҡытҡа 129 бала тыуған, 247 кеше үлгән. 70 пар ғаилә ҡорған һәм 36-һы айырылышҡан. Үлем осраҡтарының төп сәбәбе — йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм онкология.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас