Асҡындың 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн “Йәшел береттар” легендар ансамбле концерты булды. Ул Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 29 йыллығына, сик ғәскәрҙәренең 100 йыллығына бағышланды.
Үҙ Ватаныңдың ысын патриоты булыу тигән төшөнсә ғәйәт киң мәғәнәгә эйә. Ябай ғына әйткәндә, Тыуған илеңде, тыуып үҫкән ереңде ихлас һөйөү, уның именлеге һәм киләсәк яҙмышы хаҡына ҡулыңдан килгәнде эшләү ул. Мәктәптәрҙә, төрлө мәғариф учреждениеларында тырышып белем алып, унан һайлаған һөнәрең буйынса фиҙакәр хеҙмәт һалып, кәрәк саҡта Ватанды яҡлап һәм һаҡлап, һәр кем үҙен Тыуған иленең ысын патриоты булыуын дәлилләй ала.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт¬кәре, яугир-интернационалист Рашат Фазлиәхмәтов етәкселегендә 2000 йылда ойошторолған “Йәшел береттар” вокаль-инструменталь ансамбле йәш быуында Ватанға һөйөү тәрбиәләүгә бына ике тиҫтә йылға яҡын көс һала. Улар ил буйлап гастролдәргә йөрөй һәм концерттарҙан кергән аҡсаға хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙәргә иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуя. Ансамбль барлыҡҡа килгән көндән башлап, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ошондай 2400-ҙән ашыу иҫтәлекте мәңгеләштергән, дүрт мемориаль комплекс төҙөүгә үҙ өлөшөн кереткән. Рашат һәм уның дуҫтары башҡарған, Тыуған илгә ихлас мөхәббәт менән һуғарылған тәрән эстәлекле хәрби-патриотик йырҙар күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, һәр кемде уйланырға мәжбүр итә, йөрәктәге ватан тойғоһон тағы ла көсәйтә.
“Йәшел береттар” вокаль-инструменталь ансамбле һәр саҡ юлда. Улар ижад һөйгән халыҡты үҙҙәренең күңелгә үтеп керерлек моңло йырҙары менән тәрән уйланырға мәжбүр итеп, дәртләндереп һәм кинәндереп, яңынан-яңы үрҙәр яулап, ғорур аҙымдар менән алға атлай.
Оксана Кухарчук, рәйлә ҡәйүмова фотолары.