Лилиә Ғүмәрова форумдың “Хәҙерге донъяла ғаилә: әһәмиәте, тенденциялар һәм перспектива” тигән темаһының мөһимлеген билдәләне. 2018 – 2027 йылдар Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығы тип иғлан ителеүе айҡанлы айырыуса көнүҙәк.
– Балалыҡ ун йыллығы нигеҙендә үткәрелгән төп саралар һәр баланың ғаиләлә йәшәү һәм тәрбиәләнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыуға, сабыйҙарҙы һаҡлау йәһәтенән дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға йүнәлтелә. Форум барышында ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ именлеген тәьмин итеүҙең мөһим проблемалары буйынса фекер алышып, йоғонтоло тәҡдимдәр әҙерләрбеҙ, тип ышанам, – тине Лилиә Ғүмәрова.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне
http://bashgazet.ru/sosialnie-zadaci/32919-lili-mrova-slek-jyjynynda.html