Борайҙа 1-се мәктәптә географик диктант үтте. Барлығы район буйынса 159 кеше ҡатнашты. Уларҙың күбеһе мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ география уҡытыусылары, мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хужин һәм ҡунаҡтар бар ине. Диктантты 45 минут яҙҙылар һәм ул үҙ эсенә 30 биремде алып, өс өлөштән торҙо. Билдәләнгән ваҡыт үтеү менән барлыҡ материалдар йыйып алынды. Сарала ҡатнашыу ирекле һәм бушлай булды.