Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Ноябрь 2018, 10:42

Ҡышын асфальт түшәү бөттө

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов төбәк етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы, дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһын файҙаланып төҙөкләндереү эштәрен тамамлау датаһын билдәләгән бойороҡҡа ҡул ҡуйылыуы тураһында хәбәр итте. Хәҙер был эш 20 ноябрҙән тыйыла. Ошо көнгә тиклем юлға асфальт түшәү һауа температураһы плюс 5 градустан юғарыраҡ булғанда һәм техник регламенттарға яуап биреү шарты менән рөхсәт ителә.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
Фото: укроп.org
http://bashgazet.ru/obshestvo/32888-yshyn-asfalt-tsh-btt.html
Читайте нас