Сарала ҡатнашыусыларҙы Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Азамат Ғәлимов сәләмләне. Байрамды китаптар һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре биҙәне. Фестиваль барыһына ла шатлыҡ, ижади коллективтарға бергә йыйылыу, аралашыу, һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге бүләк итте. Ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.