Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, әле бындай үҙәктәрҙә хеҙмәтләндереүҙе уртаса көтөү ваҡыты 29 минут тәшкил итә, ә норматив буйынса 15 минут ҡаралған. Бындай хәлдең сәбәбе – белгестәргә ҡытлыҡ, кадрҙарҙың йыш алмашыныуы, “берҙәм тәҙрә”ләрҙең етмәүе, хеҙмәттәр күләменең һәм төрҙәренең артыуы, Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең ҡайһы бер бүлексәләрен ябыу. Илшат Тажетдинов күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү системаһын камиллаштырыу, өҫтәмә “тәҙрә”ләр асыу, үҙәктәрҙең айырымланған структур бүлексәләренең эшен әүҙемләштереү, ведомство-ара электрон бәйләнеште һөҙөмтәлерәк ойоштороу мәсьәләне хәл итеүгә ярҙам итәсәк тип билдәләне.
– Аҙна эсендә үҙәк хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән тәҡдимдәр индереүҙе һорайым, – тигән күрһәтмә бирҙе Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә. – Уларҙың хеҙмәт хаҡын арттырырға кәрәк.
Муниципалитет башлыҡтары видеоконференция тәртибендә урындағы хәл тураһында һөйләне. Республика етәксеһе күп функциялы үҙәктәрҙең эшен һөҙөмтәле ойоштороу өсөн яуаплылыҡ иң элек улар иңенә төшөүе тураһында әйтте һәм хәлгә даими мониторинг үткәрергә ҡушты.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
http://bashgazet.ru/obshestvo/32889-berm-tr-jeshte-eeljtme-ll.html