Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Ноября 2018, 13:35

Хоҡуғыңдан файҙалана бел

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы бойороғо менән “Инвалид” таныу билдәһен шәхси файҙаланыуға биреү тәртибе раҫланды.

Таныу билдәһе I, II, III группа инвалидтары идара иткән транспорт сараларын түләүһеҙ урынлаш­тырыуға хоҡуҡты раҫлай. Был шулай уҡ инвалидтарҙы йәки инвалид балаларҙы ташыған транспортҡа ла ҡағыла. Таныу билдәһен биреү һәм рәсмиләштереү йәшәү уры­нындағы медик-социаль экспертиза бюроһында инвалидтың йәки уның законлы вәкиленең яҙма ғаризаһы нигеҙендә башҡарыла. Өфөлә йәшәгәндәр Ибраһимов урамындағы 61-се йортта урынлашҡан бюроға мөрәжәғәт итә ала.
Таныу билдәһе ғариза биргәндән һуң бер ай эсендә әҙерләнә һәм бер көн эсендә хужаһына тапшырыла. “Инвалид” билдәһендә бына нимәләр күрһәтеләсәк:
– билдәнең идентификация реквизиты – тәртип номеры, федерация субъекты коды, ҡайҙа бирелгәнлеге һәм рәсми­ләштерел­гәнлеге хаҡында бе­лешмә, медик-социаль бюроның номеры;
– билдәнең күпме ваҡытҡа иҫәпләнеүе;
– инвалидтың тулы исем-фамилияһы;
– тыуған көнө;
– инвалидлыҡты раҫлаған белешмәнең серия һәм номеры;
– инвалидлыҡ срогы;
– таныу билдәһе бирелгән дата.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: “Инвалид” таныу билдәһе махсус булдырылған урындарҙа машинаны түләүһеҙ урынлаштырыуға хоҡуҡ бирә. Был хоҡуҡ инвалид үҙе йөрөткән ма­шинаға ғына ҡағыла. Аңлашыл­маған һорауҙар булһа, Рәсәй Хеҙмәт министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса медик-социаль экспертизаһы баш бюро­һы­ның “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны­на шылтыратығыҙ: 8(347)-286-11-25.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
http://bashgazet.ru/zdorove-vsem/32847-houydan-fajalana-bel.html
Читайте нас