Борай үҙәк китапхана системаһына Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананан башҡорт һәм рус телдәрендә 270 экземпляр китап ҡайтарылды. Уларҙың барыһы ла ауыл, үҙәк район һәм балалар моделле китапханаларына тапшырылды. Китаптарҙың күбеһе балалар өсөн, сағыу биҙәлгән әкиәттәр, хикәйәләр һәм билдәле авторҙар С. Сурина, С. Войтюк, Т. Ғафуров һәм башҡаларҙың шиғырҙары бар. Т. Ғарипова яҙмаларының икенсе томына хикәйәләр, очерктар һәм мәҡәләләр генә түгел, пьесалар ҙа ингән.