Туймазы ҡалаһында Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" төбәк-ара конкурсы үтте. Унда республика райондары һәм ҡалалары, шулай уҡ Силәбе, Татарстан һәм Ҡаҙағстандан 70-кә яҡын башҡарыусы сығыш яһаны. Конкурстанттар бер нисә йәш категорияһына бүленеп ярышты. Быйыл Гран-Приға Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов лайыҡ булды.