Был турнир йыл да уҙғарыла. Был юлы ул дүрт көн дауам итте. Һөҙөмтәләргә килгәндә, Өфө, Благовещен, Күмертау, Баймаҡ ҡалалары һәм Стәрлебаш, Тәтешле райондары баскетболсыларына тиңләшеүсе табылманы. Шулай уҡ нефтекамалар, яңауылдар, ауырғазылар, мишкәләр ҙә һынатманы.
Эстафетаны Борайҙан Ауырғазы районы ҡабул итеп алды, тимәк, тиҙҙән унда турнирҙың икенсе этабы үтәсәк.