Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Ноябрь 2018, 08:06

Балтаста ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен ҙурланылар

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө ул байрам ғына түгел, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау ҙа. Беҙҙең район республикала биш төбәк араһында алдынғылар иҫәбендә.

Район 199 мең центнер һөт, 56 мең центнер ит, 66 мең тоннанан артыҡ ашлыҡ, йәғни ике миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештергән. Районда ауыл эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте алдынғыларын хөрмәтләү тантанаһында хакимиәт башлығы ауылда бары тик ерҙе, хеҙмәтте яратҡан кешеләр генә эшләүен билдәләп, уларға оло рәхмәтен еткерҙе. Шулай уҡ районда “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә фермалары” республика программалары уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне.
Ауыл эшсәндәрен тәбрикләү тантанаһында рәсми ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “ГазпромтрансгазУфа” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, республика Дәүләт техник күҙәтселеге инспекцияһы начальнигы Ренат Ғәлимов байрам хужаларына изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡунаҡтар республиканың һәм Балтас районының етештереү эшсәнлеге һәм урып-йыйыу нәтижәләре, иҡтисадты үҫтереү, киләсәккә пландар тураһында һөйләне. Бер төркөм алдынғылар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең министрлыҡ һәм ведомство Почет грамоталарына лайыҡ булды. Шулай уҡ эшсәндәргә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, республика Дәүләт техник күҙәтселеге инспекцияһының Рәхмәт хаттары, район хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Байрам тантанаһында ауыл хужалығы предприятиелары араһында ойошторолған хеҙмәт ярышына ла йомғаҡ яһалды.
Дамир Хәйртдинов.
https://baltach.rbsmi.ru/articles/avyl-khu-alygy/baltach-avyl-khu-alygy-khezm-tk-rl-ren-zurlady/?bitrix_include_areas=Y&clear_cache=Y
Читайте нас