Көндәрҙең һалҡынайыуына һәм йылғала боҙ ҡатламының ҡалынайыуына бәйле, Өфө йылғаһы аша һалынған понтонлы күпер 13 ноябрҙә иртәнге 10 сәғәттән ҡышҡы ваҡытҡа һүтеп алынасаҡ.
Ҡариҙел районы хакимиәте халыҡты йылға аша сыҡҡанда хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, балаларҙы боҙға үҙҙәрен генә кертмәҫкә кәңәш итә. Һул яҡ ярҙа автотранспорттары булған йәки йөк ташыу менән шөғөлләнгән кешеләргә көн дауамында икенсе ярға сығарыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Халыҡты катерҙа алып сығыу ойошторолмай.
Понтонлы күпер йыл да һауа температураһы нүлдән түбән төшкәс һәм боҙ ҡатламы барлыҡҡа килгәс алына.