Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ноябрь 2018, 12:28

Радий Хәбиров чиновниктарҙы халыҡ менән эштә иғтибарлы булырға өндәне

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә сығыш яһап, чиновниктарҙы халыҡ менән эштә иғтибарлы булырға саҡырҙы.


«Чиновниктарҙың халыҡҡа ҡарата тәкәбберлеген, тупаҫлығын тамырынан бөтөрәсәкмен, — тип айырып әйтте республика етәксеһе. Халыҡ менән кешесә эшләргә кәрәк. Бөтәһен дә ошоға нығыраҡ мохтаж граждандарға айырым иғтибар итергә һорайым. Ул – күп балалы, ауырыу балалар тәрбиәләгән ғаиләләр».


Радий Хәбиров чиновниктарҙың эшен уларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе һәм халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәте буйынса баһалаясағын билдәләне.


«Шуға күрә һеҙҙе тиҙ рәнйеп барған кешеләр төркөмөнә ҡарата ҡаты күңелле булмаҫҡа, үҙегеҙҙе рәхимле тоторға һорайым, — тип залда ултырғандарҙы өндәне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. — Нимәне дөрөҫ эшләмәүегеҙ тураһында бер нисә сәғәт эсендә билдәле була. Шундай хәл булмаһын өсөн тейешле саралар күрәсәкбеҙ».



/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас