Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Ноябрь 2018, 13:04

Силәбе өлкәһендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһына һәйкәл асылды

Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылына ингән ерҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл асылды.


Идея авторы һәм төп ойоштороусы — Силәбенән Йосоп Ҡунаҡбаев. Монумент халыҡ аҡсаһына ҡойолған, һәйкәлдең бейеклеге — 7,5 метр. Скульпторы — Өлфәт Ҡобағошов.


Башҡорт атлы дивизияһы Юғары баш командующий бойороҡтарында 15 тапҡыр телгә алына, 4000 яугир СССР-ҙың орден-миҙалдары менән билдәләнә. 78 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, бишәүһе өсөнсө дәрәжәле Дан ордендары менән бүләкләнә.


Дивизия яугирҙәре араһында Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкәндәр ҙә була. Уларҙың береһе — Байғужа Сәйетғәлин. Ул Сосновка районының Мамай ауылында тыуған. Яҡташтары батырҙың тыуған ауылындағы урамдарҙың береһенә уның исемен биреп, хәтерен мәңгеләштерергә теләй.



/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
Читайте нас