Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Ноябрь 2018, 11:17

«Башавтотранс» ҡала-тирә маршруттарына өҫтәмә автобустар бүлә

6 ноябрҙән «Башавтотранс» ҡала-тирә маршруттарына күп кеше һыйышлы өҫтәмә «НефАЗ» маркалы автобустарын бирә.


Өс өҫтәмә автобус 107-се «Өфө – Михайловка – Суровка – «Озерки» коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте»; биш автобус 108-се «Өфө – Урман хужалығы»; ике автобус Дмитриевка аша 109-сы «Өфө – Шемәк ауыл хужалығы предприятиеһы»; дүрт автобус 112-се «Өфө – Миловка» һәм дүрт автобус 115-се «Өфө – Алексеевка» маршруттары буйынса юллана.


«Автобустар иртәнге сәғәт 7-се яртынан 9-ға тиклем, шулай уҡ киске 6-сы яртынан 7-гә тиклем 15 минут һайын йөрөйәсәк», — тип хәбәр итте «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының ҡала ташыуҙар бүлеге етәксеһе Татьяна Зубенко.


Транспорт менән хеҙмәтләндереү сифатына бәйле һорауҙар менән 8 (800) 222 23 47 телефоны буйынса ҡыҙыу элемтәгә мөрәжәғәт итергә мөмкин.




/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
Читайте нас