Республика властары, алдан вәғәҙә иткәнсә, автобустар, троллейбустар һәм трамвайҙар өсөн стилдең бер нисә вариантын әҙерләне. «Башинформ» агентлығына республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты башлығы Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләүенсә, ҡәтғи ҡарар ҡала халҡының фекерен иҫәпкә алып ҡабул ителә.