6 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ һәм ғөрөф-ғәҙәттәр республика конкурсының финалы уҙа. Шоуҙа республиканың төрлө мөйөштәренән 18 һылыуҡай ҡатнаша.
Жюри ағзаларының исемдәре сер итеп һаҡлана, ләкин уларҙың составына Өфө рәссамы, карикатурасы Камил Буҙыҡаевты саҡырыуҙары билдәле булды.
Конкурстың үҙенсәлеге шунда: унда ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙың социаль статусы мөһим түгел.
«Һылыуҡайҙар сәхнәгә атаһы йәки яҡын ир туғаны менән бергә сыға. Мәҫәлән, Өфөнән юрист һәм блогер Альбина Зиамбетованы сәхнәгә ете йәшлек улы оҙата», — тип хәбәр итте конкурсы ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова.
Шоу-программала Башҡорт автономияһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған этюдтар көтөлә. Ҡыҙҙар бейергә, йырларға, акробатик трюктар күрһәтергә һәм тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирергә тейеш.
Призлы урындар өсөн бүләктәр иҫәбендә – биҙәүестәр, юлламалар, көнкүреш техникаһы.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.