Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Ноябрь 2018, 12:20

4 ноябрь эшләмәгән байрам көнө булып тора – Хеҙмәт министрлығы

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – эшләмәгән байрам көнө булып тора, тип хәбәр итә Хеҙмәт министрлығы.


Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә йәкшәмбе 4 ноябрҙәге ял дүшәмбе 5 ноябргә күсерелә.


Йома, 2 ноябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, сөнки ул байрам алды көнө түгел.


Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә, 4 ноябрҙәге байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – уның иҫәбенә индерелмәй.


Тәүге тапҡыр Халыҡтар берҙәмлеге көнө 2005 йылда билдәләнде. Байрам Рәсәйҙең Хәрби дан көндәренә ҡарай һәм 1612 йылда халыҡ ополчениеһының поляк илбаҫарҙарын еңеүе хөрмәтенә булдырылған.



/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Читайте нас