«Мораҙым тарлауығы»нда хеҙмәткәрҙәр ҡышҡа 25 өҫтәмә туҡландырыу майҙансығы әҙерләгән, тип хәбәр иттеләр тәбиғәт паркы хакимиәтендә. Йөҙҙән ашыу мал аҙығы миндеге, 1 тоннанан ашыу тоҙ һәм 1 тонна иген фуражы йыйылған. Мал аҙығы даими һалынып торғас, йәнлектәр һәр саҡ ярҙамға иҫәп тота ала, тип билдәләне экологтар.
Күҙәтеүҙәр һәм фототоҙаҡ төшөрөүҙәре күрһәтеүенсә, паркта күпләп мышылар, ҡоралайҙар, ҡабандар, ҡондоҙҙар, һуйырҙар йәшәй. Төлкө, бүре, һеләүһен, бурһыҡ һирәгерәк осрай. Ергә ҡар ятыу менән инспекторҙар хайуандарҙы ҡышҡы иҫәпкә ҡуя башлай.