Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Октябрь 2018, 12:15

Республика халҡына Өфө ғалимдары сығарған хризантема гибридына исем бирергә тәҡдим итәләр

Көньяҡ-Урал ботаника баҡса-институты «Хризантемаға исем бир» тигән конкурс иғлан итте.


Башҡортостанда йәшәүселәр алты хризантема гибридына өс исем тәҡдим итә ала.


Конкурс эштәре 2018 йылдың 22 октябренән 22 ноябренә тиклем ҡабул ителә.


Иң яҡшы исемдәрҙе «Бәйләнештә», «Фейсбук», «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә «Көньяҡ-Урал ботаника баҡса-институты» төркөмөндә 2018 йылдың 23-30 ноябрендә интернет аша тауыш биреү юлы менән һайлайҙар.


Еңеүселәр диплом һәм Ботаника баҡсаһына сертификат менән бүләкләнә.


Тулыраҡ — Көньяҡ-Урал ботаника баҡса-институтының «Бәйләнештә»ге рәсми сәхифәһендә.



/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
Читайте нас