23 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналған терроризмға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы. Башҡортостанда белем биреү объекттарының яҡланғанлығы менән бәйле хәл фекер алышыуҙа мөһим һорауҙарҙың береһе булды.
«Яңыраҡ Керчта булған фажиғә бөтәбеҙ өсөн ҡурҡыныс һабаҡ һәм ошо эште көсәйтеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү булды. Енәйәтсе бинаға ҡаршылыҡһыҙ ҡорал, шартлатҡыс индергән. Һөҙөмтәлә 21 кеше һәләк булған, уларҙың күбеһе – үҫмерҙәр, тиҫтәләгән кеше зыян күргән, — тип һөйләне Радий Хәбиров. — Хоҡуҡ һаҡлау органдары килеп сыҡҡан хәлде тикшерә. Әммә беҙ үҙебеҙ өсөн һығымта яһарға, шул иҫәптән республикабыҙҙа ошондай фажиғә булмаһын өсөн саралар күрергә тейеш. Бындай осраҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Стәрлетамаҡ мәктәбендә булды. Шуға был йәһәттән проблемалы төбәктәр исемлегенә инеүебеҙҙе аңларға тейешбеҙ. Бөтә кимәлдәге власть органдары, көс структуралары – беҙ республикала йәшәүсе һәр кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн шәхсән яуаплыбыҙ. Бер минутҡа ошо хаҡта онотмауығыҙҙы һорайым».
Төбәк етәксеһе мәғариф объекттарын тикшергәндә асыҡланған бөтә боҙоуҙар ваҡытында бөтөрөлөргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм залда ултырғандарға белем биреү ойошмалары видеокүҙәтеү камералары менән тулыһынса йыһазландырылмауына иғтибар итергә ҡушты.
«Бөгөн белем биреү ойошмаларының өстән бер өлөшөндә тиерлек, ә ул меңдән ашыу, видеокүҙәтеү системаһы юҡ. Һуңғы биш йылда хәүефһеҙ белем биреү шарттары булдырыуға төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 1,5 миллиард һумға яҡын бүленгән. Быйыл тағы 116 миллион һум бүлеү күҙаллана. Әммә ул әлегә етмәй», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Радий Хәбиров мәғариф учреждениелары етәкселәренә өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары ҡабул итергә, үткәреү режимын ҡатыландырырға, персоналды ҡәтғи рәүештә баһаларға ҡушты. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ведомствоға ҡараған учреждениеларҙың хәүефһеҙлек торошон, уларҙың һаҡсыллыҡ системалары менән йыһазландырылыуын тикшерергә тейеш. Һөҙөмтәләр тураһында 15 ғинуарҙа отчет биреү тора.
Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәрен белем биреү объекттарының терроризмға ҡаршы яҡланғанлыҡ талаптарын үтәүҙе контролдә тотоуҙы көсәйтеүҙәрен, шулай уҡ шелтәләр булған шәхси һаҡ предприятиеларының эшен анализлауҙарын һәм тәҡдимдәр әҙерләүҙәрен һораны.
«Шулай уҡ урындағы үҙидара органдары менән балалар булған, атыу, травматик һәм башҡа ҡоралдар теркәлгән ғаиләләр исемлеген әҙерләүегеҙҙе һорайым. Урындарҙа мәғариф бүлектәре ошондай мәғлүмәтте белергә, ә урындағы участковыйҙар ата-әсәләр менән ҡорал һаҡлау мәсьәләләре буйынса иҫкәртеү эштәре алып барырға тейеш тип иҫәпләйем. Мәктәптә енәйәтте иҫкәртеү, булдырмау буйынса тағы ниндәй өҫтәмә саралар ҡабул итеү кәрәклеген анализлау, уйлау шарт. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ошо өлкәлә профессионалдар. Шуға яҡшылап уйларға, инициатива белдерергә тәҡдим итәм», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Ултырышта республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Башҡортостан прокуратураһы, Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы, Рәсәй гвардияһы, Тәфтиш комитеты, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.