Максим Андреев Йылыш мәктәбенең VIII класында белем ала.Тырыш уҡыусы бар фәндән дә яҡшы өлгәшә, төрлө сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт теленән уҙғарылған конкурстарҙа мари малайы һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Уҡыуҙан тыш Максим спорт менән шөғөлләнә, районда уҙғарылған еңел атлетика, саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй.
Максим йырларға һәм бейергә лә оҫта. Мишкә район үҙәгенә вокал түңәрәгенә йөрөй. Мәктәптә үткән саралар һәләтле егеттән башҡа үтмәй, тип әйтергә мөмкин.
Максим шулай уҡ музыкаль инструменттарҙа: фортепьяно, блок-флейтала уйнай.
— Физкультура, музыка, башҡорт теле, рус теле, физика дәрестәре оҡшай. Киләсәктә үҙемде сәнғәт өлкәһендә күрәм. Хыялдар, маҡсаттар күп, тырышлыҡ ҡына кәрәк. Барыһы ла беҙҙең ҡулда, — ти ул.
Ғаиләлә улар биш бала тәрбиәләнә. Ата-әсәһенә ярҙамсы, ағай-апайҙарына терәк ул. Шуға уның тормош девизы ла: “Мин булмаһам – кем?”