Уҡыу йорто ректоры Рәмил Бәхтизин әйтеүенсә, бында һәләтле инженерҙарҙы эҙләп табып, уларҙы вузға ингәнгә тиклем үк әҙерләү, уҡытыу, һөнәри һәм инновациялы мөхиткә йәлеп итеү бара. Технопаркта 3D-моделләү, прототиплау, робот техникаһы, виртуаль ысынбарлыҡ технологияһы, электроника нигеҙҙәре кеүек алдынғы фәндәр өйрәнелә.
Төбәк етәксеһе йәш тикшеренеүселәр менән аралашты, уларҙың киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, фәнни-техник ижадта уңыштар теләне. Шулай уҡ юғары уҡыу йорто ректоры менән бергә университетты тамамлаусылар аллеяһын ҡарап сыҡты.