Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Октябрь 2018, 09:44

Башҡортостанда ваҡытлыса ҡар япмаһы ятыуы фаразлана

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.


Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа ваҡытлыса ҡар япмаһы ятыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан – секундына 7-12 метр, көсәйгәндә – секундына 15-20 метр. Һауа температураһы көндөҙ – 0-5 градус йылы.


Шәмбе, 13 октябрҙә, һауа торошо ныҡ үҙгәрмәй: урыны менән епшек ҡар яуа, ҡайһы бер райондарҙа ваҡытлыса ҡап япмаһы ята. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 1-6 градус һыуыҡ, көндөҙ –1,+4 градус.


Йәкшәмбе, 14 октябрҙә, синоптиктар элеккесә урыны менән бер аҙ епшек ҡар фаразлай – ваҡытлыса ҡар япмаһы ята. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы үҙгәрешһеҙ: төндә – минус 1-6 градус, көндөҙ -1,+4 градус.


/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Читайте нас