Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев үҙенең урынбаҫарҙары араһында бурыстарҙы билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Спикерҙың урынбаҫарҙары өсәү.
Документҡа ярашлы, Рөстәм Ишмөхәмәтов республика Дәүләт Йыйылышының дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре; бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре; сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм; торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше; аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеттарын алып барыу мәсьәләләре өсөн яуаплы.
Эльвира Айытҡолованың ҡарамағында — урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институты үҫеше һәм киң мәғлүмәт саралары; мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт; һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеттарҙың мәсьәләләре.
Вадим Старовҡа Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырыштарына материалдар әҙерләү буйынса мәсьәләләр өсөн яуап биреү бурысы йөкмәтелгән.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.