28 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе ултырышы эшендә ҡатнашты. Төбәк етәксеһе депутаттарҙы парламенттың яңы составында эш башлауҙары менән ҡотланы, закон сығарыу эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
Башҡортостанда һайлау кампанияһы юғары кимәлдә уҙҙы, тине Рөстәм Хәмитов. Тауыш биреү барышында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары тәүге тапҡыр шулай киң файҙаланылды. Был һайлау процедураларының асыҡлығын күтәрергә һәм һәр тауышты иҫәпкә алыуҙың дөрөҫлөгөн тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, күрһәтелгән сәйәси көстәр һаны буйынса республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай илдә лидерҙар иҫәбенә инә. Парламентта алты сәйәси партия бар: «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй», «Рәсәй патриоттары», «Йәшелдәр».
– Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙең парламенттың өстән ике өлөшө яңырҙы. Унда бер юлы 75 яңы депутат. Арағыҙҙа күп йылдар Хөкүмәттә эшләгәндәр, тәжрибәле сәнәғәтселәр, производство етәкселәре, финансистар, юристар, табиптар, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре бар. Яңы идеялар менән янған дәртле йәштәр күп. Парламентҡа тупланған тәжрибәне һаҡлап һәм иң яҡшы традицияларға таянып, яңы энергия өҫтәргә кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Республика Хөкүмәте, башҡарма власть органдары барлыҡ фракциялар, бөтә сәйәси көстәрҙең вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итеү яҡлы тип белдерәм.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай «фекер алышыу майҙансығынан тыш», халыҡты борсоған киҫкен мәсьәләләр күтәрелгән, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләнгән «төп эксперт үҙәктәренең береһенә әүерелергә тейеш».
– Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – республикала йәшәү кимәлен күтәреү. Уны хәл итеү закон сығарыу һәм башҡарма властың, тотош йәмғиәттең берлектә эш алып барыуын талап итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең өсөн бирелгән һәр тауыш – Үҙәк һайлау комиссияһының отчёт һандары ғына түгел. Был – тормошто яҡшыртыуға ышаныс. Граждандар алдағы биш йылға бик күп мөһим мәсьәләләрҙе ҡануни хәл итеүҙе тап һеҙгә ышанып тапшырҙы. Һеҙ, ошо ышанысты тулыһынса аңлап, төплө уйланылған һәм яуаплы ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ тип ышанам. Әүҙем, намыҫлы булыуығыҙға, кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүегеҙгә иҫәп тотам/
Стенограмманың тулы тексы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.