Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Сентябрь 2018, 05:59

Башҡортостанда дауыл хәүефе тураһында иҫкәрттеләр

Йома, 28 сентябрҙә, Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы рәсми сайтта ошо хаҡта иҫкәртә.


«Һауа температураһы төндә +2,+7°, көндөҙ 7-12°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей», — тиелә хәбәрҙә.


Ведомство хеҙмәткәрҙәре сираттағы тапҡыр көн боҙолған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙө. Ел көсәйгәндә биналарҙан сығырға ярамай. Балаларҙы контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим.



/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Читайте нас