Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Сентябрь 2018, 12:38

Өфөлә һигеҙ яңы урам, бульвар һәм сквер барлыҡҡа килә

Бөгөн Өфөлә ҡала Советы ултырышында депутаттар һигеҙ яңы урам, бульвар һәм сквер исемдәрен раҫланы.


Октябрь районында Сергей Михалёвтың исеме мәңгеләштерелә. Спорт һарайы эргәһендә «Салауат Юлаев» хоккей клубының легендар тренеры хөрмәтенә аталған сквер булдырыла. Уның етәкселегендә 2008 йылда Өфө командаһы тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яуланы. 2015 йылдың 21 апрелендә Силәбе-Өфө трассаһындағы автоһәләкәттә «алтын» тренерҙың ғүмере өҙөлдө.


Баш ҡаланың Ленин районы Урицкий урамындағы трамвай ҡулсаһы янында урынлашҡан скверға Зоя Космодемьянская исеме бирелә.


Өфөнөң Киров районында Назар Нәжми бульвары, Булат Имашев, Марина Цветаева, Мәғариф һәм Солнечногорская, ә Ленин районында Дмитрий Купцов урамы барлыҡҡа килә.



/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Читайте нас