Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Сентябрь 2018, 11:20

Баш ҡалала «Ата-әсә булыу ғилеме» исемле Ғаилә ялы үтә

29 сентябрҙә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы «Ата-әсә булыу ғилеме» исемле Ғаилә ялында ҡатнашырға саҡыра.


Сараны уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Өфө ҡалаһы, «Родина» кинотеатры (Ленин урамы, 42) көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 4-кә тиклем.


«Ғаилә ялы» сиктәрендә ата-әсәләр өсөн психологик лекторий ойошторола. Унда белгестәр балаға нисек балалар баҡсаһына өйрәнеп китергә; каникулдарҙан һуң нисек уҡый башларға; баланы нисек белемгә дәртләндерергә ярҙам итеү; ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәрендә нисек баланс һаҡлау тураһында һөйләй.


Һәр ата-әсә психологтарға һорау бирә һәм ҡыҙыҡлы темаға консультация алай ала.


«Ғаилә ялы»ның йәш ҡунаҡтары өсөн ижади һәм аң-белем таратыусы оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.


Республика ҡалаларында һәм райондарында Ғаилә ялын уҙғарыу урындары һәм ваҡыты Башҡортостандың Ғаилә порталында урынлаштырылған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Читайте нас