«Рәсәйҙең иң сибәр студент ҡыҙы һәм егете» бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсында Башҡортостан Республикаһынан Гүзәлиә Ишмөхәмәтова сығыш яһай.
Ул Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында 4-се курста белем ала. Гүзәлиә 12 йәштән Линара Таһированың «Һылыукай — Bashkirian Beauty» студияһында шөғөлләнә. 2018 йылда «Һылыуҡай» республика гүзәллек конкурсында ҡатнашты һәм «Интернет һылыуҡайы» номинацияһында еңеү яуланы.
2018 йылда конкурс финалы Ҡырым Республикаһының Севастополь ҡалаһында 24-29 сентябрҙә үтә. Башҡортостан «Рәсәйҙең иң сибәр студент ҡыҙы һәм егете» конкурсында һигеҙенсе тапҡыр ҡатнаша.
. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.