Уҙған көн Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумында республика мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәр билдәләнде, тип яҙа «Реальное время».
Беренсе кандидат – республиканың ғәмәлдәге мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин. Икенсе – Сибай имам-мөхтәсибе һәм Урал аръяғы ҡазыйы Әғләметдин Ғәзизов. Өсөнсө – «Фәтхислам» мәсете имамы (Өфө ҡалаһының 8 март ҡасабаһы) Айнур Бирғәлин. Дүртенсе – Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының хаж буйынса комитеты етәксеһе Илшат Хафизов.
Төбәктең баш мөфтөйө вазифаһын кем биләйәсәге 21 ноябрҙә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының отчет-һайлау йыйылышында билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1214248-v-bashkirii-opredelili-chetyrekh-pretendentov-na-dolzhnost-muftiya-respubliki/